Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
20 Май 2021, 11:45

Урмандарға кереп... аҙашмағыҙ! Туғыҙ йәшлек малай урманда аҙашҡан

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында быйыл 1 майҙан бирле 17 кешенең юғалыуы тураһында хәбәр итәләр. Бәхеткә күрә, уларҙың барыһы ла табылған.

11 майҙа Стәрлетамаҡ районының Казадаевка ауылы янындағы урманда туғыҙ йәшлек ир бала юғалған. Ҡараңғы төшкәс, малай үҙе юлды тапҡан һәм юл буйына сыҡҡҡан. Үтеп барған кешеләр уны күреп ҡалып, яҡындағы полиция бүлегенә илтеп тапшырған.
"Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүәт комитеты урманда яңғыҙ йөрөмәҫкә һәм урман төпкөлөнә инмәҫкә кәңәш итә, мобиль телефон тотҡан ерҙә йөрөргә кәрәк. Яҡындарығыҙға шулай уҡ ҡайҙа барырға йыйыныуығыҙ һәм ҡасан әйләнеп ҡайтасағығыҙ тураһында әйтеп китергә кәрәк. Үҙең менән шырпы ҡабы, бысаҡ, сәғәт, компас һәм тулыһынса зарядланған телефон, мөмкинселегеңә ҡарап зарядлау өсөн аккумулятор алырға кәрәк. Кейгән кейемең әллә ҡайҙан күренеп торорлоҡ сағыу төҫтә булырға тейеш. Өйҙән сығыр алдынан һауа торошон белешергә кәрәк. Хроник сирле кешеләргә мотлаҡ үҙе менән дарыуҙар йөрөтөү фарыз.
Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер урындарҙа телефон тота, уныһы ла гел түгел. Ундай осраҡта «112» телефонына шылтыратырға кәрәк. Диспетчерҙарға кәрәҙле элемтә сигналы булмаһа ла, шулай уҡ телефондың аҡсаһы бөтһә лә шылтыратып була.
Әгәр ҙә аҙашһағыҙ һәм үҙегеҙҙең хәлегеҙ тураһында ҡотҡарыусыларға хәбәр иткән булһағыҙ, шул урындан китмәгеҙ һәм усаҡ яғығыҙ. Үҙегеҙ йылынырһығыҙ, ҡырағай йәнлектәрҙе лә өркөтөрһөгөҙ һәм ҡотҡарыусыларға йәһәтерәк табырға ярҙам итерһегеҙ", - тип аңлата ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Р.ЗАМАНОВА.

Читайте нас