Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
21 Май 2021, 08:25

Май эҫе тора, июнь башы һалҡынса булмаҡсы

Май айында көндәр ғәҙәттән тыш эҫе тора. Башҡортостандың Гидрометүҙәк метеорологтарыалдағы ике көндә яуым-төшөм тип вәғәҙә итә. Урыны менән күк күкрәп ямғыр ҡоясаҡ тип көтөлә.

Беҙҙе уратып алған һауа температураһы көндөҙ 24-29 градус, төндә плюс 9-14 градус, көнсығыш райондарҙа плюс 5 градус, көндөҙ һауа 24-29 градусҡаса йылына тип фаразлана.
Ә бына июнь башы, ғөмүмөн, тәүге ун көнлөгөндә көндәр һалҡынса буласаҡ, ямғырҙар ҙа яуып алыр. Әммә ай уртаһы йылы, хатта эҫе буласаҡ тип көтөлә. Һәр хәлдә июндә һауа торошо нормаға тап киләсәк. Уртаса һауа температураһы плюс 16 градус тирәһе буласаҡ, тип белдерә синоптиктар.
Р.УСМАНОВА.
Читайте нас