Аңлатма. Таш — борон-борондан бик ҙур тылсым сығанағы. Ныҡлығы, оҙаҡ йылдар буйы формалашыуы уны серле билге, үҙенсәлекле, хикмәтле белек йомғағы булараҡ ҡабул иттерә. Таш культы — башҡорттоң бик боронғо аманаты. Ә инде ҡояшта — Тәңрегә яҡын урында — тауҙа ятҡан таш, һыуға һалғас — һыу саҡырып ятыуына ишара.
Ямғыр саҡырыу өсөн борон ҡорбан салынған, уны “теләк салыу”, “ямғыр ҡорбаны” тигәндәр. Аят уҡылғас, ҡорбан ите бешкәнсе, өлкәндәр ямғыр намаҙы уҡый. Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ айырым ултыра. Һәр ике бәндә ихлас булырға тейеш. Ил, Ер-һыу хәлен һорап, доғала ултырғанда бөтөн йөрәгенән ҡушылып торорға бурыслы. Борон был йолаға сығыусылар кисен ниәт итеп ятһа, иртән ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейем кейенеп барған. Һыу буйында һыу һибешеү була. Йәше, ҡарты, олоһо, кесеһе, хатта мулла үҙе лә — елән осон булһа ла һыуҙа сылатырға тейеш. Бер-береһен һыуға ташлау бөтөн ауылда ҡыҙыҡ уйынға әүерелгән. Йола хаҡы буйынса бер кем дә ҡоро кейемдә ҡалырға тейеш түгел. Өйҙәргә инә алмаһалар — мөрйәнән, ихатаға керә алмаһалар — ҡойманан, аҙбар-ситәндәргә, ихатаға, түтәлдәргә һыу һибелгән. Күнәктән һоҫоп сәсрәткәндә теләк әйтелгән. Балаларҙы инәйҙәр ауыл буйлап йүгерткән: “Барығыҙ, ямғыр теләгеҙ! Йәш кешенең теләге йәшендәй етеҙ, етер еренә етә!” —тигәндәр.
ярамай — аралары һыуына. Ауыл буйлап йүгереп, шаулашып балалар ҡайтыуға ямғыр яуыр булған, сөнки йолала әҙәм ихлас була.