Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
28 Май 2021, 13:30

Күбәләккә ҡаршы еңел авиация ярҙамға килә

Республиканың көньяҡ төбәк урмандарын парһыҙ ебәк күбәләге баҫып алыуға бәйле, комплекслы эштәр башланды. Химик ағыулау ерҙән дә, һауанан да алып барыла. Ейәнсура районында ҡоротҡос бөжәк урман фондының 76 процент майҙанын баҫып алған. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Еңел авиация әҙерлек һыҙығында. Яуаплы хеҙмәткәрҙәр һауа судноһының бар деталдәрен дә ентекле тикшереп сыҡҡандан һуң, махсус һауыттарға химик препарат тултыра. Был тәңгәлдә хәүефлек ҡағиҙәләре талап ителә. Шуға ла белгестәр шәхси һаҡланыу сараларында эш итә. Летчиктар ҙа респиратор менән ҡоралланған.
Парһыҙ ебәк күбәләге Ейәнсура районы урмандарында 2019 йылда теркәлә. Ҡоротҡос бөжәктең республика биләмәһенә күрше Ырымбур өлкәһенән инеүе мәғлүм. Былтыр төбәктә биологик ағыулау эштәре алып барыла барылыуын, тик финанс ярҙамдың аҙ бүленеүенә бәйле ағыулау эштәре тик өлөшләтә башҡарыла. Һөҙөмтәлә бөгөн күбәләктәр Башҡортостандың башҡа райондарына ла үтеп ингән.
Еңел авиация ярҙамында химик ағыулау эштәре эңер төшкәндә алып барылһа, ә офоҡтан ҡояш юғалғас та урманға ҡеүәтле техникалар юллана. Йәшел ҡалҡанды пестицидлы томанға тотоу өсөн.
Эштәрҙең тап киске ваҡыттарҙа башҡарылыуы осраҡлы түгел. Белгестәр быны һауа шарттарына бәйләй. Тәү сиратта томан таралғанда ел тиҙлегенең секундына 3 метрҙан ашмаҫҡа тейеш.
Химик ағыулау эштәре, әлбиттә, ҡырағай ҡош-йәнлектәргә лә зыян килтермәй ҡалмай. Башҡаса сара юҡ, ти белгестәр. Сөнки, ебәк күбәләгенең өс йыл рәттән урманға зыян килтергән хәлдә, йәшеллектең бөтөнләй юҡҡа сығыуы бар. Өҫтәүенә, ҡоротҡос бөжәк баҫып алған майҙан йыл да арта. Ҡурсаулыҡтарға баҫып инеү ихтималлығы юғары, тип яҙа Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы.
Читайте нас