* Июндәге ямғырҙар алтын тауға тиң.
* Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.
* Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.
* Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.
* Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
* Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.
* Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла.
* Ҡарлуғас йәй башлай, һандуғастан йәй тамамлана.
* Июнь айында сәскәләр сәскә ата, һандуғастар йырлай, июнь айында күңелле, ә ризыҡ аҙ.
* Июндә иртән Ашҡаҙар йәки Стәрле буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ.
* Сәскә атыусы миләшкә бал ҡорттары күпләп йыйылһа, иртәгәһенә һауа торошо һәйбәт булыр
* Июндә туғайҙан салғы тотоп үтһәң, июль баҫыуҙан ураҡ тотоп үтерһең.
* Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.