Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа республика Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында закон проекты теркәлде. Ҡоролтай матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, тейешле тәҡдимдәр Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр ҡабул итеүгә бәйле әҙерләнелгән.
Закон проектында ата-бабалар мираҫын һаҡлау тураһында Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ҡарарҙар индерергә тәҡдим ителә. Ошоға бәйле Башҡортостандың милли мираҫының Дәүләт реестрын булдырыу ҡарала, унда рухи, мәҙәни, тарихи һәм шулай уҡ мөһим һәм уникаль тәбиғәт объекттары индереләсәк.
Закон проекты 61-се статьяның түбәндәге йөкмәткеле икенсе часын тулыландырырға тәҡдим итә: «Башҡортостан Республикаһының махсус ҡурсауы аҫтында Башҡортостан Республикаһы милли мираҫы дәүләт реестрына ингән экологик, мәҙәни-тарихи әһәмиәтле уникаль тәбиәғәт объекттары: «Шүлгән-Таш» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Асылы-Күл» тәбиғәт, «Ҡандра-Күл» парктары, «Мораҙым тарлауығы», «Ирәмәл», Ҡуштау, Торатау, Йөрәктау һәм башҡа тәбиғәт объекттары тора».