Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
2 Июнь 2021, 07:25

Йәшендән нисек һаҡланырға?

Йәй үҙенең төрлө мәғжизәләре менән ғәжәп итә. Әле яңы ғына сыҙап торғоһоҙ эҫегә, ҡоролоҡҡа зарлана инек, әле килеп ҡойма ямғырҙар башланды. Ямғыр яуыу - еребеҙгә, игендәргә бәрәкәт килтерә. Тик бына күк күкрәп йәшенле ямғыр яуыуы һағайта. Ул ғына ла түгел, ҡойонло ғәрәсәт сығып, өй түбәләрен аҡтара, ағастарҙы ауҙара... Ни тиһәң дә, йәшен - ул таң ҡалдырырлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта хәүефле тәбиғәт күренештәренең береһе булып һанала. Йәшендең кешегә туранан-тура эләгеү осрағы һирәк булһа ла, йыл һайын йәшен һәм уға ҡушылған көслө ел төҙәтә алмаҫлыҡ ҡаза килтерә, хатта күп кеше ғүмерен өҙә.Башҡортостан республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йәшендән һаҡланыу ҡағиҙәләрен тәкдим итә:

Ағас төбөндә тормағыҙ - йәшен йышыраҡ бейек объекттарҙы һайлай. Ағас оҙонлоғонан ике тапҡырҙан да ашыуыраҡ араға китеп тороу хәйерлерәк. Ергә эләккәндән һуң йәшен тарала башлай. Һуғылған ерҙән арыраҡ киткән һайын, уның көсөргәнеше кәмей бара, ә ток импульсы аҙымлау көсөргәнешен килтереп тыуҙыра. Аяҡтарҙы киңерәк айырып баҫҡанда, уның тәьҫир көсө тағы ла нығыраҡ була. Тап ошо аҙымлау көсөргәнеше арҡаһында кешегә ҡарағанда мал-тыуар йышыраҡ ҡазалана, сөнки һыйыр йә аттың алғы һәм артҡы тояҡтары аралығы ҙурыраҡ була. Йыш ҡына йәшен һыбайлыны һуға. Ҡағиҙә булараҡ, кеше иҫән ҡала, ә ат үлә.
Асыҡ яланда булһағыҙ, сүгәләп ултырығыҙ ҙа эмбрион позаһы алығыҙ, аяҡтар - бергә. Йәки (көлмәгеҙ!) һыңар аяҡҡа ғына баҫып тороғоҙ (аҙымлау көсөргәнеше хәүефен иҫләгеҙ). Металл әйберҙәргә ҡағылмағыҙ. Кеҫәгеҙҙәге асҡыс, ваҡ аҡса һәм башҡа тимер әйберҙәрҙе бер-нисә метр алыҫлыҡҡа һалып тороғоҙ. Йәшен һуға ҡалһа, тимер әйберҙәр тәндең яныуына өҫтәмә сәбәп кенә буласағын онотмағыҙ.
Зонт аҫтында тормағыҙ, ҡулығыҙға ҡармаҡтар, тырма, көрәк, һәнәк, шампур, мылтыҡ алмағыҙ. Бөтә был әйберҙәр асыҡ ерҙә торған үҙ эйәһен үҙенә күрә бер йәшен ҡайтарғысҡа әүерелдерә һәм йәшен һөйрәйәсәк.
Йәшенле ямғыр үтеүен машина йә автобуста көтөп ултырырға мөмкин, сөнки уларҙың тимер корпусы һаҡлағыс экран булдырып, ғалимдар әйтмешләй, "Фарадей ситлеге"булдыра. Уның эсенә йәшен үтеп инмәй, ә ергә "ағып" төшә.
Өйҙә булһағыҙ, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ. Тәҙрәнән ҡарамағыҙ. Мейескә лә, каминға ла ут яҡмағыҙ - йәшен уғына эҫе һауа еңелерәк бирелә. Шунлыҡтан, тәбиғәттә шашлыҡ ҡыҙҙырыусыларға мангал янында булырға ярамай. Юғиһә, ризығын ямғырҙан ҡотҡармаҡсы булып, үҙҙәре күмергә әйләнгән осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Лазер указка менән шаярып, йәшенле болотто яҡтырта күрмәгеҙ, уның нуры ла йәшен һөйрәй.
Кеҫә телефонынан һөйләшмәгеҙ, уны бөтөнләй һүндерегеҙ: ул ебәргән һәм ҡабул иткән радиотулҡындар йәшенде үҙенә йәлеп итеүе бар.
Электропроводтарға, йәшенде кире ҡағыусы ҡоролмаларға, водостоктарға, антенаға яҡын тормағыҙ.
Өйҙә булһағыҙ, телевизор, радио, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ.Тәҙрә эргәһендә тормағыҙ. Мейескә ут яҡмағыҙ.
Йәшенле ямғыр үтеп киткәнен туҡтап торған машина йә автобуста көтөп ултырырға мөмкин. Транспорт сараһы эсенә йәшен үтеп инмәй, тик тәҙрәләрҙе ябырға, радиоприемниктың антеннаһын төшөрөргә кәрәк.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Ябай ғына хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен үтәү һеҙҙең һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡаласаҡ.
Р.УСМАНОВА.
Читайте нас