Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
2 Июнь 2021, 13:35

Йәйҙең иң хәүефле дүрт йәнлеге һәм бөжәге

Йәнлектәр донъяһы әленән-әле беҙгә төрлө сетерекле хәлдәр тыуҙырып ҡына тора. Фауна менән бәйләнештә булып та, нисек итеп йәйҙең һәм ялдың йәмен ебәрмәҫкә – бөгөнгө яҙмабыҙ ошо хаҡта.

Быйыл белгестәр кимереүселәрҙең артыуын билдәләй. Республикала әле үк улар менән бәйле бер нисә тиҫтә сир йоҡтороу осрағы теркәлгән.
Нимәһе менән хәүефле?
Йомшаҡ ҡына йән эйәләре – бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк сығанағы. Халыҡ телендә уны “сысҡан биҙгәге” йәки ябай ғына итеп “сысҡан ауырыуы” тип атайҙар. Башҡортостан был сир йәһәтенән донъя кимәлендә хәүефле урындарҙың береһе һанала. Уға ҡаршы вакцина юҡ, “бер стакан араҡы” ише халыҡ дауалары ярҙам итмәй, дауалауҙы ваҡытында башламау кешене инвалид итеүе, хатта үлемгә юлыҡтырыуы ихтимал.
Статистикаға ярашлы, геморрагик биҙгәк менән башлыса шәхси секторҙа, урманлы ерҙә йәшәүселәр зарарлана, сирләүселәрҙең өстән ике өлөшө – ир-егеттәр. Табиптар быны ир-аттың тәмәкене йыш тартыуы менән аңлата. Баҡсала йәки ҡырҙа уны тота, быны тота һәм бысраҡ ҡулы менән яңылыш ауыҙына тейә.
Нисек көрәшергә?
Был сирҙе кимереүселәрҙең экскременттары эләккән саң-туҙан, баҡсала эшләгән саҡта ҡулдағы бәләкәй генә яралар аша йәки сысҡан ҡағылған ризыҡты ашағанда йоҡторорға мөмкин. Шуға күрә иң мөһим талап – гигиена ҡағиҙәләрен үтәү. Ҡала ситендәге йортоғоҙҙо йәки баҡса өйөгөҙҙө йыйыштырған саҡта битлек һәм бирсәткә кейегеҙ, иҙәнде дезинфекция саралары ҡулланып йыуығыҙ, тотонолмай ятҡан кейем-һалымды йыуып ҡулланығыҙ. Әгәр аҙыҡ-түлеккә сысҡан тейгәнен күрһәгеҙ, йәлләмәйенсә ташлағыҙ. Тәбиғәткә сыҡҡанда ризыҡтарығыҙҙы кимереүселәр теймәҫлек итеп урап һалығыҙ. Ҡулдарығыҙҙы мөмкин тиклем йышыраҡ йыуығыҙ.
Беҙҙең тарафтарҙа төрлө ҙурлыҡтағы һәм төҫтәге экзотик үрмәкселәр – тарантулдар, һары сактар һәм башҡалар йышыраҡ осрай башланы. Хатта ағыулы ҡарағорт күреүселәр ҙә бар. Ғалимдар билдәләүенсә, климат үҙгәреү сәбәпле, был үрмәкселәр яңы биләмәләрҙе үҙләштерә. Беҙгә улар Ырымбур далаларынан килә.
Нимәһе менән хәүефле?
Күпселек үрмәкселәрҙең сағыуы үлемесле түгел, шулай ҙа эҙемтәһе булыуы ихтимал. Ағыу арҡаһында көслө ауыртыу, шешенеү, күңел болғаныу, баш әйләнеүе ихтимал. Нисек кенә булмаһын, һаулығығыҙҙы һәм ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн мөмкин тиклем тиҙерәк табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Нисек көрәшергә?
Үрмәкселәр менән көрәштең аныҡ саралары юҡ. Талпан һәм сысҡандарҙан айырмалы рәүештә, улар һәр береһе айырым йәшәй, шуға күрә киң масштаблы ағыулау ойоштормайҙар. Әгәр үрмәксе күрһәгеҙ, хатта ул ҙур һәм ҡурҡыныс булһа ла, паникаға бирелмәгеҙ. Улар үҙҙәре кешенән ныҡ ҡурҡа, ҡуҙғытмаһағыҙ, беренсе булып ташланмайҙар.
Үрмәксене яланғас ҡул менән тотмағыҙ, сөнки бөжәк һаҡланыу сараһы күрәсәк. Иң ябай һәм һөҙөмтәле алым – берәй әйбер, мәҫәлән, банка менән ҡаплап, аҫтына ипләп кенә ҡағыҙ һалып, өйҙән мөмкин тиклем алыҫ урынға алып барып ташлағыҙ.
Читайте нас