Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
5 Июнь 2021, 03:45

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау - иң мөһим бурысыбыҙ

Хөрмәтле экологтар һәм тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәте эшсәндәре!Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй экологы көнө менән ҡотлайым! Был байрам – үҙен тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арнағандарҙың, планетабыҙ һәм киләсәк быуын яҙмышына битараф булмағандарҙың байрамы. Сәнәғәт ҡалаһы булараҡ, Стәрлетамаҡ өсөн тирә-яҡ мөхитте һаҡлау иң беренсе дәрәжәләге, иң мөһим проблемаларҙың береһе булып тора.

Экологтар эшмәкәрлеге оло яуаплылыҡ һәм юғары кимәлдәге профессионализм талап итә. Тәбиғәтте һаҡлау структуралары эше йәмәғәт ойошмалары ярҙамы менән тулыландырыла, әммә ҡаланың экологик хәүефһеҙлеген һәр граждандың тирә-яҡ мөхит мәсьәләләренә аңлы мөнәсәбәтенән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Хөрмәтле экологтар һәм һәм тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәте эшсәндәре, ихлас күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, выжданлы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, именлек, бәхетле һәм мул тормош теләйем!
Владимир Куликов,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы
хакимиәте башлығы
Читайте нас