Боронғо ағастарҙың киләсәге бар, өлтөк ҡарағас үҫентеһен Өфө лимонарийы тәрбиәгә алған. Уны Әбйәлил районындағы шәхси хужалыҡ вәкилдәре биргән. Үҫентегә өс йыл, ул ерһенеп яҡшы үҫеп киткән.
Тәбиғәттең үҙенсәлекле күренеше булып торған ағастарға ҡарата вандализм актынан һуң, уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн төрлө юлдар эҙләйҙәр. Экологтарҙы хуплап Өфө лимонарийы ҡарағастарҙың төрөн ишәйтеү өсөн үҫентеләрҙән ағас үҫтереп алырға ниәтләгән.