Граф күле ярҙарын Башҡортостан тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре тикшерҙе. Балыҡ ҡырылыуы осрағы раҫланды. Сәбәбен асыҡлау өсөн Белорет ҡалаһынан аналитика күҙәтеүе лабораторияһы саҡырылды. Улар һыу өлгөһөн тикшереүгә алды, тип хәбәр итә Баш ньюс.