Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
24 Июнь 2021, 11:00

Һауа торошо: эҫе һәм елле була

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефле һауа шарттары тураһында иҫкәртә. 25 июндә урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, шулай уҡ елдең секундына 18 метрға етеүе көтөлә. Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге менән томан.

Алдағы тәүлектә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 0-5 метр, көндөҙ төньяҡ-көнбайыштан, секундына 5-10 метр, урыны менән 18 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 14-19, көнсығышта 9, көндөҙ 28-33 градус.
Башинформ.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас