Белгестәр тотороҡһоҙ һауа шарттарына бәйле, халыҡты уяу булырға, хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә лә республиканың айырым төбәктәрендә йәшенле ямғыр, боҙборсаҡ, яуыуы, көслө ел сығыуы көтөлә, тип хәбәр итә Баш ньюс.