Иң мөһиме, ул артыҡ татлы булмаһын. Иң шәбе – кипкән еләк-емештән әҙерләнгәне. Шулай уҡ мүк еләгенән яһалған морс менән гөлйемеш һыуы ла тамаҡ кибеүен баҫа. Әгәр һыуға лимон киҫәге өҫтәһәң (йәки башҡа цитрус емеш), сарсау һыуға ҡарағанда тиҙерәк баҫыла.
Хәҙер сейә өлгөрҙө тиергә була. Сейә үҙе лә, компоты ла һыуһынды яҡшы ҡандыра. Компот яһау өсөн 2 стакан һыу, 300 г. сейә, 1 стакан шәкәр, 3 бөртөк ҡәнәфер кәрәк.
Сейәне йыуаһың да, һөйәгенән айырып, һөйәген һыуға һалып ҡайнатаһың. Һыуын һөйәгенән һарҡытып алып, шәкәр менән ҡәнәфер һалып, ҡайнатып сығараһың. Ошо сиропты сейәгә һалып, һыуытырға ҡуяһың. Аҙаҡ компотты һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк.
Эҫелә тамаҡ кибеүҙән һаҡлаусы шәп эсемлек. Өҫтәүенә ул, ҡара сәйҙән айырмалы булараҡ, бәүелде ҡыуҙырмай. Йәшел сәй ҡаты яһалмаҫҡа тейеш.
Ҡатыҡтан йәки ҡороттан айран һыулап эсһәң, тамаҡ та туя, һыуһын да ҡана. Тик уның да бер яғы бар – быуынға төшә.
Эҫелә организмға кәрәкле натрийҙы күп юғалтабыҙ. Ә бына минераль һыуҙа ул бар, өҫтәүенә сарсауҙы яҡшы баҫа.
Һыуһынды яҡшы ҡандыра. Иң шәбе – икмәк йәки сәй кеүәҫе. Яңы яһалғанын, артыҡ шәрбәтле булмағанын алырға тырышығыҙ.
Үтә шәрбәтле булыу арҡаһында газлы һыу һыуһынды насар ҡандыра. Хәйер, ниндәй генә эсемлек эсһәк тә, шифаһы булһын. Һау-сәләмәт булайыҡ!