Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
7 Июль 2021, 08:05
Рәхмәт һиңә, йәй!
Йәй – ул рәссам.Ер өҫтөнәМең биҙәктәр яһар саҡ.Йәй – моңло йыр.Ҡоштар ярһып,Сәсәй-сәсәй һайрар саҡ.Йәй – ул сәскә.Ялан-ҡырҙыңЙәйғор төҫөн һайлар саҡ.
Сәскә һутынан йыйылған
Балы менән һыйлар саҡ.
Йәй – ул ҡояш.
Йылы нурға
Һәр ҡыяҡ үрелер саҡ.
Еләк-емештең, ҡыҙарып,
Бешер ҙә өҙөлөр саҡ.
Йәй – йылға-күлдәр ярында
Ҡырсынташтар ҡайнар саҡ.
Һыуҙа, сума-сума йөҙөп,
Балыҡ булып уйнар саҡ.
Зөһрә Ҡотлогилдина.
Автор:
Роза Сафина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"