Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
15 Ноябрь 2021, 09:01

Торатауға баҫҡыс һалалар

 Башҡортостанда «Торатау» менән «Янғантау» геопарктары үҫешенә 1 млрд һумдан ашыу аҡса һалына. «Торатау» геопаркына 370 миллион һум, «Янғантау» геопаркына - 700 миллион һум аҡса бүленәсәк. 

Торатауға баҫҡыс һалаларТоратауға баҫҡыс һалалар
Торатауға баҫҡыс һалалар

БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика геопарктар буйынса Попечителлек советының икенсе ултырышында ошо турала хәбәр иткән. Унда шулай уҡ ЮНЕСКО вәкилдәре, республика Хөкүмәте ағзалары, муниципалитеттар башлыҡтары, туристик ойошмалар етәкселәре ҡатнашҡан. 

 "2021 йылда «Торатау» паркы донъяның төрлө илдәренең ЮНЕСКО геопарктары Глобаль селтәренә индерелеүгә дәғүә итеүсе 16 биләмә иҫәбенә ингән. Киләһе йылда уның тәбиғи һәм мәҙәни объекттарының уникаллеген баһалау өсөн эксперттарҙы көтәбеҙ. Был бик мөһим этап, ни өсөн тигәндә, геопарктар – милли, мәҙәни һәм тарихи милкебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Һәм уларҙы киләсәк быуындар өсөн һаҡлау – беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ. Бынан тыш, «Башҡортостан шихандары»  тәбиғи-геологик объектын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә үрләтеү буйынса эш дауам итә", – тине Радий Хәбиров.

Ултырышта 2021 йылда геопарктар инфраструктураһы үҫеше буйынса эш барышы тикшерелде.

Мәҫәлән, Торатау янында капиталь булмаған визит-үҙәк төҙөү тамамланған, яҡын биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм этнокомплекс урынлаштырыу мәсьәләһе өйрәнелә. Торатауға баҫҡыс һалыу тамамланыу өҫтөндә, 2022 йылға асыласаҡ тип көтөлә. Уны төҙөлөш техникаһынан башҡа ҡул генә менән ҡуясаҡтар. Яңы объекттың уникаллеге шунда, экоһуҡмаҡ тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйәсәк.

Свай терәүҙәре 5 кв.метрҙан да артыҡ майҙанды биләмәйәсәк. Тау тирәләй экоһуҡмаҡтың оҙонлоғо 5,5 км буласаҡ. 2022-2023 йылдарға шулай уҡ «Торатау» геопаркы биләмәһендә йәнә лә өс капиталь булмаған визит-үҙәк асыу планлаштырыла.

"Экоһуҡмаҡтарҙа туристар  туҡтап ял итеп алһын һәм тәбиғәткә ҡарап һоҡланһын өсөн эскәмйәләр ҡуйыласаҡ", - тине Радий Хәбиров.

Р.ЗАМАНОВА.

 

Торатауға баҫҡыс һалалар
Торатауға баҫҡыс һалалар
Автор:Роза Сафина
Читайте нас