Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
10 Декабрь 2021, 09:28

Ғафури районында яҙ көнө сираттағы глэмпинг асыла

Бының өсөн Киндерле мәмерйәһенән 5 саҡрым алыҫлыҡта, Еҙем йылғаһы буйындағы Ташаҫты ауылы янында һоҡланғыс урын һайланған.

Ғафури районында яҙ көнө сираттағы глэмпинг асылаҒафури районында яҙ көнө сираттағы глэмпинг асыла
Ғафури районында яҙ көнө сираттағы глэмпинг асыла

Проект Ростуризмдың 3 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булды. Инвестор 30 миллион һум аҡса йүнәлтә.

«Уңайлы модулле йорттарҙа ҡуныу мөмкинлеге, сифатлы туҡланыу, спа-зоналар менән йылға буйлап йөҙөүҙәр, шулай уҡ атлы, йәйәүле маршруттар ойошторорға уйлайбыҙ», — тип һөйләне Илдар Кәримов.

Быйыл глэмпингтар туризмды үҫтереү буйынса дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Тейешле концепцияға ярашлы, 2024 йылға республикала 1000 урынлыҡ 50 глэмпинг барлыҡҡа килергә тейеш, тип хәбәр итә Башинформ.

Ғафури районында яҙ көнө сираттағы глэмпинг асыла
Ғафури районында яҙ көнө сираттағы глэмпинг асыла
Автор:
Читайте нас