

Ярымутрауҙың юҡҡа сығыуын квадрокоптер күсермәләре раҫлай. Хәҙер белгестәргә, яңы мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алып, был урындағы картаға үҙгәрештәр индерергә тура киләсәк
Күҙәтеүҙәр шулай уҡ ярымтутрауҙың геологик тоҡом булмауын, ә ҙур боҙлок икәнен күрһәткән.
Хәҙер ул тулыһынса тиерлек иреп бөткән – морондоң уртаһында өс километр киңлектә боғаҙ барлыҡҡа килгән. Утрау урынына һай ғына урында ҙур боҙлоҡ киҫәге тороп ҡалған.
Реклама
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рус Арктикаһы» милли паркы иң төньяҡта урынлашҡан һәм беҙҙең илдәге иң ҙур махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булып тора. Уның составына Франц-Иосиф Ере архипелагы һәм Яңы Ер архипелагының төньяҡ өлөшө инә.
Р.ЗАМАНОВА.