

БР Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсәенсә, Яңы йыл байрамына төрлө төр ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡа башлағандар.
- Йыл һайын ошо маҡсатта билдәләнгән биләмәләрҙә урманға һәм экологияға зыян килтермәйенсә шыршы, ҡарағай ағастары ҡырҡыла. Тәү сиратта был эш махсус урман питомниктарында атҡарыла, таҙартылырға тейешле урмандарҙа башҡарыла, улар араһында – квартал һайын таҙартыу, һаҡ һыҙаттары, янғын һүндереү һыҙаттары, урман юлдары, ауыл хужалығы ерҙәре лә бар, - тип аңлатма бирә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының милек менән идара итеү, техник үҫеш һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге етәксеһе Альберт Байтимеров.
Етәксе әйтеүенсә, Яңы йылға урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре 60 мең ылыҫлы ағас әҙерләргә ниәтләй. Декабрь башына 23 807 урман һылыуы Яңы йыл еҫе аңҡытып, байрам кәйефе бүләк итергә әҙерләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Шыршы-2021" махсус операцияһы сиктәрендә шыршыны законһыҙ ҡырҡыу, һатыу һәм һатып алған өсөн штраф янай. Операция 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Р.ЗАМАНОВА.