Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
15 Декабрь 2021, 10:05

Баҙарғамы, урманғамы?

Яңы йылды өйөгөҙҙә ысын шыршы менән ҡаршы алам тиһәгеҙ, бер үк уны ҡайҙа етте шунан ҡырҡырға ашыҡмағыҙ, Стәрлетамаҡ урман хужалығы ҡала халҡына етерлек итеп йылда шыршылар әҙерләй.  

Баҙарғамы, урманғамы?Баҙарғамы, урманғамы?
Баҙарғамы, урманғамы?

Быйыл да өс меңгә яҡын ағас ҡырҡыласаҡ. Уларҙың хаҡы ни бары 150 һумдан ғына башлана, ә күмәртәләп алыусыларға хатта ташламалар ҙа бар. Шуға аҡсағыҙҙы сарыф итмәйем тип, тәбиғәткә зыян килтермәгеҙ зинһар!
Шул уҡ ваҡытта әле Башҡортостанда “Шыршы – 2021” махсус операцияһы бара. Яңы йылға законһыҙ ҡырҡылған, һатылған һәм һатып алынған шыршы өсөн штраф янай. Операция 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, Яңы йыл байрамына төрлө төр ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡа башланыҡ. Йыл һайын ошо маҡсатта билдәләнгән биләмәләрҙә урманға һәм экологияға зыян килтермәйенсә шыршы, ҡарағай ҡырҡыла.
Әгәр ҙә ылыҫлы үҫентеләрҙе законһыҙ рә-үештә ҡырҡыусыларҙы күреп ҡалһағыҙ, БР Урман хужалығының диспетчер хеҙмәтенә
8 (347) 218-14-14 йәки 8-800-100-94-00 һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.


Рамазан ХӘЙҘӘРОВ,
Стәрлетамаҡ урмансылығы начальнигы.

Автор:
Читайте нас