

Ҡотҡарыусылар автоһәүәҫкәрҙәргә иғтибарлы булырға, автомобилдәр араһында арауыҡты һаҡларға, тиҙлек режимын мотлаҡ үтәргә кәңәш бирә.
«Мөмкин булһа, алыҫ сәфәргә сыҡмағыҙ, әгәр юлға сығырға тура килһә, үҙегеҙ менән ашарға-эсергә, йылы кейемдәр, көрәк, телефон өсөн өҫтәмә заряд алығыҙ. Туғандарығыҙҙы юлға сығыуығыҙ хаҡында иҫкәртергә онотмағыҙ»,— тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.