

Был энтузиастар – профессор Лариса Николаевна Белан етәкселегендәге республика ғалимдарының һәм «Янғантау» шифаханаһы директоры Альфред Рәшит улы Аҡбашевтың ҙур эш һөҙөмтәһе. Әлеге статусты 2020 йылда алдыҡ, әммә ковид таралыуы сәбәпле сертификатты быйыл ғына тапшырҙылар.
Был, ысынлап та, беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Артабан да алға барабыҙ, «Янғантау» геопаркының инфраструктураһын үҫтереүҙе дауам итербеҙ. Алдағы ике йылда милли батырыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә бында «Мәсетле» геологик музей комплексы һәм «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы төҙөрбөҙ.
Был юлы беҙ икенсе, «Торатау» төбәк геопаркын булдырҙыҡ. Быйыл ул ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә дәғүә иткән 16 биләмә исемлегенә инде. Киләһе йылда ошо ойошма эксперттары делегацияһының килеүен көтәбеҙ.
Алдағы ике йылда ошо биләмәлә яңы туристик объекттар – этнокомплекс һәм экологик һуҡмаҡ, Торатау түбәһенә күтәрелеү өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килер. Капиталь визит-үҙәк төҙөй башлайбыҙ.
Беҙ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә («Тәбиғәт объекты» номинацияһында) индереү өсөн «Башҡорт Шихандары: Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау» тәбиғәт-геологик ҡомартҡыһының ғаризаһын әҙерләү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ.
Башҡортостандың визит карточкаһы – Шүлгәнташ мәмерйәһе киң билдәле. Беҙ «Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр» объекты ғаризаһын «Мәҙәниәт» номинацияһында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә әҙерләүҙе тамамланыҡ. Һүҙ 14-19 мең йыл элек палеолит осоронда төшөрөлгән тарихҡа тиклемге сағыу һүрәттәр хаҡында бара.
Киләһе йылдың яҙында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексын асырға ниәтләйбеҙ. Унда конференц-залдар, балалар ғилми үҙәге, заманса лабораториялар була.
Милли оҡшашлыҡты, бай тәбиғи, тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау, һис шикһеҙ, беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө бурыс булып тора. ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссиянан коллегаларыбыҙ ҙа беҙҙең идеяларҙы хуплар тип ышанам», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Башинформ.