Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
24 Декабрь 2021, 07:07

Республикала көндәр һыуытты

24 декабрҙә иртән Башҡортостандың ҡайһы бер ҡалаларында һәм райондарында һауа температураһы 28 градусҡа тиклем төштө.

Республикала көндәр һыуыттыРеспубликала көндәр һыуытты
Республикала көндәр һыуытты

Фактик һауа торошо картаһына ярашлы, иң һыуығы — Аксаковта: урындағы метеостанцияла 28 градус теркәлгән.

Башҡортостандың төньяғында — минус 25 (Яңауыл), көнсығышта — минус 22 (Учалы), көньяҡта — минус 20 (Аҡъяр).

Башгидрометта белдереүҙәренсә, был декабрь өсөн хас һауа температураһы.

«Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ошо осорҙа уртаса һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Автор:
Читайте нас