Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Ғинуар 2022, 14:17

Һауа шарттары боҙолдо. Оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә

Өфө – Ырымбур юлы ябылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, трассаның Булгаков ауылынан Рощинский ауылына тиклемгө өлөшөндә автобус, такси һәм йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде. Ҡотҡарыусылар халыҡҡа мөмкин тиклем оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. 

Һауа шарттары боҙолдо. Оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә
Һауа шарттары боҙолдо. Оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә

  Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙы ҡарҙан таҙартыуға 100-гә яҡын берәмек техника йәлеп ителгән. “Приуралье” автомобиль юлдары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, М-5 “Урал” һәм М-7 “Волга” трассаларында һепертмә буран күҙәтелә, юл насар күренә. Дежур-диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһе эшләй. Уның телефоны: 8-347-286-07-18. Өфөлә һауа шарттарына бәйле ике рейс тотҡарлана, береһе бөтөнләй осмай. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан шул турала белдерәләр. Аэропорттан хәбәр итеүҙәренсә, Екатеринбург, Норильск һәм Яңы Уренгойҙан килгән самолеттар рейстары шулай уҡ кисектерелә.ъ

Фото яндекс.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас: