Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
29 Ғинуар 2022, 12:00

Күмертауҙа «Эко-парк» туристик комплексы булдырыла

Күмертауҙа элекке Күмертау күмер киҫелешенең күле биләмәһендә туристик экологик парк булдырыу күҙаллана. Ул ике йүнәлештән: экопарктан һәм глэмпингтан тора.

Күмертауҙа «Эко-парк» туристик комплексы булдырыла
Күмертауҙа «Эко-парк» туристик комплексы булдырыла

Инвестор — «Экодолье» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең 33-сө резиденты.

«Эко-парк» туристик комплексын ойоштороу инвестициялар йәлеп итеүгә, Күмертау ҡалаһында яңы предприятие асыуға, республикала туристик продукт хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итер. Инвестор 75 миллион һумдан ашыу аҡса һалырға әҙер», — тип хәбәр итте Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.

Инвестиция проектын 2027 йылғаса бойомға ашырыу күҙаллана. Проект сиктәрендә 10 яңы эш урыны булдырыла.

Күмертау монопрофилле муниципаль берәмек булып тора. Ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе предприятие — «Күмертау авиация производство предприятиеһы» акционерҙар йәмғиәте.

Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе Күмертау моноҡалаһы сиктәрендә 2016 йылдың 29 декабрендә ойошторолдо.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: