Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Февраль 2022, 11:56

Гидрометүҙәк февралдең йылы буласағын фаразланы

2022 йылдың февралендә рәсәйҙәрҙе ыңғай температура аномалияһы көтә. Ошо хаҡта Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд хәбәр итте.

Гидрометүҙәк февралдең йылы буласағын фаразланы
Гидрометүҙәк февралдең йылы буласағын фаразланы

 

«Волга буйы, Урал, Себер биләмәһендә һәм Яҡут Республикаһының көнбайыш өлөшөндә температураның һиҙелерлек күтәрелеүе көтөлә, тип белдерҙе РИА Новости әңгәмәсеһе. Илдең башҡа өлөшөндә һауа торошоноң нормаға ярашлы булыуы күҙаллана.

Ғалим әйтеүенсә, «йылы февраль» һауа торошоноң бер төрлө булыуын аңлатмай: температура тирбәлә. Шул уҡ ваҡытта Томск һәм Новосибирск өлкәләрендә, Алтай крайында, Хакасияла, Тывала, Амур өлкәһендә, Приморьела аномаль яуым-төшөм фаразлана.

Шуны билдәләп үтәйек: Башҡортостанда февралдең тәүге аҙнаһында көндөҙ һауа температураһының  0 градус булыуы һәм төндә бер аҙ түбәнәйеүе фаразлана.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: