Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Февраль 2022, 15:13

М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, Татарстан менән Башҡортостан сигендә 1 февралдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙән М-5 федераль юлының 1205-се саҡрымынан 1281-се саҡрымына тиклемге участкала пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.

М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде
М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде

Был саралар һауа шарттарының тотороҡһоҙ булыуы — буран сығыуы, ныҡ итеп ҡар яуыуы һәм күреү мөмкинлегенең кәмеүе менән бәйле ҡабул ителде, тип билдәләнә «Приуралье» автомобиль юлдары федераль идаралығы мәғлүмәтендә.

Водителдәргә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын үтәргә һәм алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәләр.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: