Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
10 Февраль 2022, 17:15

Республикаға буран яҡынлаша

11 февралгә ҡарай төндә республикала ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе көтөлә.

Республикаға буран яҡынлаша
Республикаға буран яҡынлаша

«Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Көндөҙ атмосфера күренештәре көсһөҙләнә.

Ял көндәрендә күпселек райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Республиканың көньяғында һауа шарттарының боҙолоуы – ҡар яуыуы, юлдарға урыны менән көрт һалыуы көтөлә», – тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк синоптиктары.

Температура төндә -8,-13, аяҙытҡанда -15,-20, көндөҙ -3,-8, урыны менән -13 градус була.

Башинформ.

Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас: