Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
28 Февраль 2022, 12:23

Торатауға халыҡ-ара статус юллау дауам итә

Башҡортостанда республиканың икенсе геопаркы Торатауға халыҡ-ара статус юллау буйынса эҙмә-эҙлекле саралар күрелә.  Өфөлә Башҡортостан башлығы ошо маҡсатта ЮНЕСКО белгестәре менән осрашты. Ирландиянан Джон Галлоуей менән Испаниянан Хосе Барерра әфәнделәр Торатауҙы ентекләп өйрәнеү өсөн Башҡортостанға килгән. Радий Хәбиров улар менән геопаркты үҫтереү юлдары тураһында фекер алышты.

Торатауға халыҡ-ара статус юллау дауам итә
Торатауға халыҡ-ара статус юллау дауам итә

Беҙ Башҡортостандың икенсе геопаркы – «Торатау»ға халыҡ-ара статус бирелеүен юллайбыҙ. Был төбәк геопаркы әле үк эшләп килә, ул минең указым нигеҙендә ойошторолдо. Халыҡ-ара статус бирелмәгән осраҡта ла, беҙ «Торатау» геопаркында тәбиғәтте һаҡлау йүнәлешендә эш алып барасаҡбыҙ. Унда әле махсус инфраструктура булдырылған, яуаплы кешеләр билдәләнгән, аҡса бүленгән. Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты программа сиктәрендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Бюджетта яңы объекттар төҙөлөшө, Башҡортостан тәбиғәтен һәм тарихи мираҫты һаҡлау өсөн етерлек күләмдә аҡса бүленеүе бигерәк тә әһәмиәтле. Быйыл беҙ туристарҙы йәлеп итеү һәм фәнни-ағартыу мәсьәләләрен хәл итеүгә булышлыҡ итерҙәй ҙур турист-мәғлүмәт үҙәге төҙөлөшөн башларға ниәтләгәнбеҙ. Йыл аҙағына тиклем Торатауҙың түбәһенә күтәрелеү өсөн туристарға уңайлы һәм ҡыҙыҡлы маршрут булдырабыҙ. Төп маҡсатыбыҙ шихандарҙы һаҡлап ҡалыу.

Башҡортостан башлығы менән осрашырҙан алда ЮНЕСКО эксперттары Ишембай районына сәфәр ҡылған. Торатауҙы, геопарк биләмәһен барып күргән.

«Торатау» геопаркы иҫ киткес матур урын. Тәбиғәт хозурлығынан тыш, был тирәлә тыуған илен яратҡан кешеләр йәшәүе күренеп тора. Шуға беҙ геопарк тигәндә геологияны түгел, тәү сиратта шул биләмәлә йәшәгән халыҡты күҙ уңында тотабыҙ. Торатауға сәфәр миңә бик оҡшаны.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас: