Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
3 Март 2022, 09:43

«Би Хеппи» компанияһы ун дүрт урман участкаһын ҡуртымға алыу буйынса аукционда ҡатнашмай

Француз инвесторы Патрик Хоффман геосәйәси хәлгә бәйле башҡорт балын экспортҡа сығарыу буйынса күләмле инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыуҙы туҡтатып тороу тураһында белдерҙе.

«Би Хеппи» компанияһы ун дүрт урман участкаһын ҡуртымға алыу буйынса аукционда ҡатнашмай
«Би Хеппи» компанияһы ун дүрт урман участкаһын ҡуртымға алыу буйынса аукционда ҡатнашмай

«Санкциялар ҡиммәтле сит ил ҡорамалдарын Рәсәйгә индереүҙе сикләне. Ҡыҙғанысҡа, демократия үҫешкән көнбайыш илдәрендә айырым инвестиция проекттары ғына түгел, хатта кеше хоҡуҡтары нигеҙе һәм эшҡыуарлыҡ алып барыу ирке кеүек төшөнсәләр бөтөнләй демократик булмаған юлдар менән ҡайтанан ҡарала.

Бөгөн Ишембайҙа Маҡар ауыл биләмәһе умартасылары менән инвесторҙың осрашыуы үтергә тейеш ине. Сит ил вәкиле унда ҡатнаша алманы, халыҡ менән Хөкүмәт Премьер- министры урынбаҫары Азат Бадранов аралашты. Ул ҡортсолоҡто үҫтереү йәһәтенән ерле умартасыларға башланғысты үҙ ҡулына алырға тәҡдим итте.

Инвестором принято решение историю заморозить. О чнм он сегодня официально сделал заяление в СМИ. Касательно судьбы аукциона 5 марта, он на все 14 участков заявлятся не будет. Поэтому в этой части можете заявлятся сами на эти участки. Там все землиустроительные работы им уже оплачены, поэтому можете считать, что он вам сэкономил деньги.

Азат Бадранов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары

Ишембай умартасылары менән шулай уҡ ауыл һәм урман хужалыҡтары министрлыҡтары, республиканың айырыуса һаҡланған биләмәләр дирекцияһы вәкилдәре лә осрашты. Умартасыларҙың хоҡуҡ һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн иң уңайлы ысул, кооперативҡа берләшеү тип билдәләнде фекер алышыуҙа. Әле иң әүҙем ҡортсолар эшсе төркөм ойошторған.

Тимәк, кооператив булдырыуға нигеҙ бар. Умартасылар ҡулланған ер участкаларына кадастр һандарын юллау, кисекмәҫтән хәл итеү талап иткән мәсьәлә. Йәғни, умарталыҡтарҙы рәсмиләштерергә кәрәк. Бал ҡорто ҡараусылар шулай уҡ йүкә урмандарының йылдан-йыл кәмей барыуына борсолоу белдерҙе.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар билдәләүенсә, ер участкаларын умартасылыҡ йүнәлешендә ҡулланыуҙы закон нигендә нығытҡан осраҡта 3 километр радиуста ағас ҡырҡыу тыйыла. Тимәк, йүкә урмандарын һаҡлауға ныҡлы нигеҙ булдырыла.

Баш ньюс.

«Би Хеппи» компанияһы ун дүрт урман участкаһын ҡуртымға алыу буйынса аукционда ҡатнашмай
«Би Хеппи» компанияһы ун дүрт урман участкаһын ҡуртымға алыу буйынса аукционда ҡатнашмай
Автор:
Читайте нас: