Ашҡаҙар
+21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
12 Март 2022, 20:12

Туризм өлкәһен үҫтереүгә мөмкинселектәр арта

Башҡортостандың туризм өлкәһенә инвестициялар һалыусыларҙы һалымдан азат итәсәктәр. #Объясняем_Башкортостан #Объясняемрф  

Туризм өлкәһен үҫтереүгә мөмкинселектәр арта
Туризм өлкәһен үҫтереүгә мөмкинселектәр арта

Республика Хөкүмәте ҡарары менән туризм индустрияһы инфраструктураһы өҫтәмә хаҡҡа һалымдан (НДС) биш йылға азат ителә. Был тәү сиратта Башҡортостанда туризм объекттары төҙөүсе, ҡуртымға биреүсе һәм уның менән идара итеүсе инвесторҙарға ҡағыла. Әлеге көндә донъялағы был өлкәгә ҡағылышлы иң юғары һалым Рәсәйҙә һанала, уның күләме 20 процент тәшкил итә.

Рәсәй туриндустрияһы берлегенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Кинйә Күскилдин фекеренсә, һалым күләме туризмдың иҡтисадтың башҡа тармаҡтары менән сағыштырғанда конкурентлыҡ һәләтен кәметә һәм инвесторҙар араһында әллә ни ҡыҙыҡһыныу уятмай. Бөгөнгө торошто иҫәпкә алғанда, хаҡҡа өҫтәлмә һалымдан тулыһынса азат итеү туризм тармағы инвесторҙарының эшен еңелләйтәсәк. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һүҙҙәре буйынса, әлеге ҡарар “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә ҡабул ителде. Донъялағы үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотҡанда, яҡын арала Рәсәйҙә ял итергә теләүселәр һаны артасаҡ. Ҡунаҡһана-туризм тармағын яҡлауға йүнәлтелгән был сара уның әүҙем үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ.

Фото: "Башинформ"дан.

https://bashkizi.ru

Автор:
Читайте нас: