Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
17 Март 2022, 10:10

Ҡоштарҙы ҡаршы алабыҙ!

Яҙ килә. Ниндәй йәмле миҙгел! Тирә-яҡта ҡар ирей, сылтыр-сылтыр ҡар һыуҙары аға, тамсылар тама. Яҙ көндәре бик күнелле. Ҡояш та беҙгә йылмайып ҡарай. Беҙҙең дуҫтарыбыҙ – сыйырсыҡтар ҙа йылы яҡтан осоп ҡайта.

Ҡоштарҙы  ҡаршы алабыҙ!
Ҡоштарҙы ҡаршы алабыҙ!

Сыйырсыҡ – күсмә ҡош. Улар йылы яҡтан гөрләүектәр аға башлау менән ҡайта башлай. Сыйырсыҡтар бик матур итеп һайрай. Башта ата сыйырсыҡ килә. Шуға күрә уның йыры моңһоуыраҡ була. Ә инде инә сыйырсыҡ ҡайтҡас, улар бергәләшеп илһамланып йырлайҙар. Сыйырсыҡ хатта башҡа ҡош булып та һайрай ала. Уның башҡарыуында ҡарға тауышын да, ҡарлуғас сәрелдәүен дә, ҡолон кешнәүен дә һәм башҡа тауыштарҙы ла ишетергә мөмкин. Улар ағас ҡыуыштарында, түбә аҫтындағы ярыҡтарҙа, яр ҡарлуғастары ояларында йәшәйҙәр. Ә инде кешеләр яһап элгән оялар булһа, шатланып туя алмайҙар. Инә сыйырсыҡ зәңгәрһыу төҫтә йомортҡа һала. Сыйырсыҡ балаларының ауыҙҙары ҙур, томшоҡ ситтәре һары төҫтә була. Ҡараңғы ояла уларҙы ата-әсәләре шул һары томшоҡтарынан таба. Был осорҙа сыйырсыҡ һайрауынан туҡтап тора, сөнки уларҙың балаларын ашатаһы бар. Ғалимдар фекеренсә, сыйырсыҡтар балаларына һәр ике минут һайын ем – күбеһенсә бөжәктәр килтереп торалар икән.

Беҙ, 47-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм тәрбиәләнеүселәре ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы һағынып көтәбеҙ. Улар ҡайтыуына оялар ҙа эшләп ҡуйҙыҡ. Был мөһим эштә беҙгә ата-әсәләр ҙур ярҙам күрһәтә. Дуҫтар, ә һеҙ әҙерме ҡоштарҙы ҡаршы алырға?


Раушания ЛАТИПОВА,
47-се балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: