Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
18 Март 2022, 11:08

Төндә һыуыҡтар һаҡлана

Алдағы аҙнала Башҡортостанда көндөҙ йылы булыуы көтөлә. Шул уҡ ваҡытта төндә -6,-20 градус һалҡын.

Төндә һыуыҡтар һаҡлана
Төндә һыуыҡтар һаҡлана

Яуым-төшөм әллә ни күп булмай, 20-21 мартта тәүлегенә 2 миллиметрға тиклем бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел талғын, ваҡыты менән секундына 12 метр.

Яҡынса фараздарға ҡарағанда, бындай һауа торошо республикала апрель башына тиклем һаҡланыуы ихтимал, тимәк, был ҡарҙың тиҙ ирей башлауын һәм яҙғы ташҡындың башланыуын ныҡ тотҡарлай.

Фото Яндекс.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: