Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
21 Март 2022, 15:10

Шүлгәнташ мәмерйәһендә яңы һүрәттәр табылды

ЮНЕСКО-ға инеү өсөн номинацион досье төҙөү сиктәрендә ойошторолған ғилми-тикшеренеү экспедицияһында яңы билдәләр барлығы асыҡлана. График һүрәттәр яҡынса 20 мең йыл элек төшөрөлгән. Уларҙы табыу тарихы тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Шүлгәнташ мәмерйәһендә яңы һүрәттәр табылды
Шүлгәнташ мәмерйәһендә яңы һүрәттәр табылды

Ябай күҙ менән уларҙы күреп булмай. Әммә махсус әҙерлекле белгес заманса ҡоролмалар ярҙамында тәү ҡарашҡа тапҡа оҡшаған буяуҙар араһында ла һүрәттәр таба ала. Бер юлы төрлө яҡтан мең ярымдан ашыу фото төшөрөп алыу мотлаҡ. Һүрәттәрҙе тейеп ҡарау кәрәклеге юҡ.

ЮНЕСКО исемлегенә инеү өсөн Шүлгәнташ мәмерйәһе буйынса номинацион досье төҙөлә. Ул милли ҡомартҡы менән бәйле 3 томлыҡ мәғлүмәтте үҙ эсенә ала. Шулай уҡ 2030 йылға тиклем мәмерйәне тикшереү планы төҙөлгән. Уға яршалы инвентаризация үткәреп тороу кәрәк. Мәҫәлән, беренсе залда ғына 162 һүрәт иҫәпләнә. Ә бәләкәй таптар һаны бихисап. Ғалимдар нәҡ улар менән ҡыҙыҡһына.

Яңы трапеция рәсемдәре асыҡланған залда палеолит осоро торалары булған. Бының хаҡта археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәләре һөйләй. Ғалимдар фаразлауынса, был урында боронғо кешеләр буяҙар әҙерләгән, йәки төрлө йолалар үткәргән. 60-сы йылдарҙа Шүлгәнташ ҡаялары кальцит һәм мәмерйә саңынан таҙартыла. Ләкин күмер эҙҙәре ҡалғанлыҡтан, рәсемдәрҙең сифаты ла кәмегән.

Мәмерйә - ул тәбиғи музей, әлеге ваҡытҡа тиклем һүрәттәр һаҡланған икән, тимәк бында идеаль шарттар булдырылған да инде. Ҡаялар емерелмәһен өсөн рәсемдәр өҫтөнә нығытыусы составтар һөртөлмәй. Төп бурыс - документлаштырыу, рәсемдәрҙең ниндәй залда һәм ҡайһы урында төшөрөлгәнен белеү, мәғлүмәтте бер урынға йыйыу һәм барлыҡ эштәрҙе ярты йылға бер үткәреп тороу. Был һөҙөмтәләрҙе сағыштырырға, рәсемдәрҙе бөтөн килеш һаҡларға мөмкинлек бирәсәк.

2017 йылда Шүлгәнташтың 3Д моделе төҙөлгән. Һүрәттәр композицияһын тулыландырып тороу маҡсатында ғалимдар фото төшөрөп мәмерйәнең бер өлөшөн үҙе менән алып ҡайта тип әйтергә лә мөмкин. Заман программалары ярҙамында ҡаялағы буяуҙарҙы асыҡ итеп күрергә, уларҙы төрлө яҡлап тикшерергә була.

Мәҫәлән, был һүрәттәҙә быға тиклем ғалимдар «өс теш» күрһә, заман программаһы ярҙамында уның трапеция икәнлеген күрә алабыҙ. Ул ниндәйҙер кимәлдә мәмерйәнең визит картаһы тип әйтергә лә була. Шулай уҡ фотоһүрәттең аҫҡы яғында ла быға тиклем күренмәгән рәсем һыҙаттары асыҡлана.

Николай Григорьев, «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры урынбаҫары

2017 йылда ғалимдар «Хаос» залында үҙенсәлекле дөйә рәсемен тапҡайны. Ғалимдар әйтеүенсә, яҡын арала тағы ла быға тиклем билдәле булмаған график һүрәттәрҙең асыҡланыуы ихтимал.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас: