Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
24 Март 2022, 14:38

Республикала апрель айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Рәсәй Гидрометүҙәге синоптиктары хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда апрель айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ була. Бынан тыш, апрелдә яуым-төшөмдөң норманан аҙыраҡ булыуы көтөлә.

Республикала апрель айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ була
Республикала апрель айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

«Төньяҡ-Көнбайыш федераль округының көнсығышында, Үҙәк федераль округтың күпселек өлөшөндә, Волга буйы һәм Урал федераль округтарында, Себер федераль округының көньяҡ-көнбайыш һәм үҙәк райондарында, Байкал аръяғы крайында, Амур өлкәһендә, Яҡут Республикаһының көньяғында уртаса айлыҡ температураның норманан юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Үҙәк, Волга буйы Урал һәм Себер федераль округтарының бер нисә төбәгендә, Магадан өлкәһендә, Чукоткала һәм Камчатканың күпселек өлөшөндә яуым-төшөмдөң бик аҙ булыуы ихтимал», — тиелә Рәсәй Гидрометүҙәге төҙөгән фаразда.

Дөйөм алғанда, апрель-сентябрь айҙарында Рәсәйҙең күпселек биләмәһендә һауа температураһы нормаға ярашлы йәки юғарыраҡ була. Синоптиктар Себер һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарының көньяҡ райондарында, Үҙәк һәм Волга буйы федераль округтарының көньяғында һәм Төньяҡ Кавказ төбәктәрендә урман янғындарының иртә башланыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: