Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Май 2022, 04:55

Барыһынан элек балалар имен булһын!

БСТ телеканалының  «Төнгө  Телеүҙәк» программаһынан  Башҡортостан Республика менән идара итеү үҙәгенән  (ЦУР)  БР  Дәүләт комитеты  рәйесенең ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса беренсе урынбаҫары Кирилл Первов йәйге осорҙа туристик маршруттар ваҡытында һәм һыу ятҡылыҡтарында  балаларҙың хәүефһеҙлеге тураһында һөйләне.

Ул, граждандарҙың, тәү сиратта балаларҙың һәләк булыуына  һәм йәрәхәтләнеүенә юл ҡуймау маҡсатында, йыл башынан 500-ҙән ашыу профилактик рейдтар (үткән йыл 8 меңдән ашыу) уҙарылды, тип билдәләне.

Бәхеткә ҡаршы, быйыл һыу объекттарында балаларҙың һәләк булыуына юл ҡуйылманы.

1 июнгә тиклем пляждарҙы тикшереү уҙғарыла. аттестацияланған пляждар тураһында мәғлүмәт БР Дәүләт  комитетының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса  сайтында  бар. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, Волга буйы федераль округында Башҡортостан йыһазландырылған пляждар буйынса беренсе урында тора. Былтыр 110  пляж асылды, быйыл 130-лап  пляж асыу планлаштырыла.

“Былтыр республиканың һыу объекттарында  116 кеше һыуға батҡан, шуларҙың 15-е балалар. Бөтә фажиғәле хәлдәр ҙә фәҡәт һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа булған”, - тип билдәләне Кирилл Первов.

Туристик  маршруттарҙа хәүефһеҙлек буйынса эштәр апрель аҙағында уҡ башланғайны. Республикала  тау йылғаларынан һалда йөҙөп төшөүселәр («экстремаль»  һаллауҙы яратыусылар)  быйыл 1900-ҙән ашыу булды. Ҡотҡарыусылар туристик маршруттарҙа айырыуса һыуҙың хәүефле урындарында  дежурлыҡ ойошторҙо, шул арҡала дүрт фажиғәгә юл ҡуйылманы.

Былтыр туристик төркөмдәр ойошторған сәйәхәттәрҙә Башҡортостанға  6 меңдән ашыу кеше ял итте.

Ялығыҙ ҡыҙыҡлы, хәүеф-хәтәрһеҙ үтһен өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы сәйәхәткә сыҡҡанда туристик төркөмдө һәм маршрутты МЧС-тың сайтында теркәргә кәңәш итә. Был осраҡта ярҙам тиҙ арала күрһәтеләсәк.

Р.УСМАНОВА.

 

Барыһынан элек балалар имен булһын!
Барыһынан элек балалар имен булһын!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас