Ҡағиҙә булараҡ, ике йыл рәттән ҡоролоҡ булмай, шуға быйыл ямғырлы йәйгә иҫәп тоторға тура киләсәк. Шулай ҙа май аҙағына көндәр ултырып китмәксе. Беренсе күк күкрәһә, көндәр йылыныуға килтерер, тигән боронғолар. Ә беҙҙә күк күкрәгәне ишетелде инде.
28 майҙан эҫе көндәр килә, көндөҙ һауа температураһы +28 градусҡа етәсәк тип фаразлайна. Ә бына июнь йылы ғына булмаҡсы, ямғыр ҙа әллә ни күп яумаҫ.