- Ашҡаҙар буйындағы пляжды төҙөкләндереү эштәренә бәйле, быйыл ҡала пляжы Ағиҙел йылғаһында урынлашасаҡ. Был Ағиҙел күпере янында (Халтурин урамы, 290) махсус йыһазландырылған кәмә станцияһы, - тип хәбәр итте Артур Рәзил улы.
Пляж хужаһы һөйләүенсә, Ағиҙел буйындағы пляжда бер юлы 200-ләп кеше ял итә ала. Ғөмүмән, пляж ял итеү миҙгеленә әҙер: зыянлы бөжәктәрҙе юҡ итеү өсөн дезинсекция, дезинфекция саралары күрелгән, һыуҙың төбө тикшереп сығылған, һыуҙың һәм тупраҡтың пробаларына анализ тапшырылған, ҡотҡарыу посы урынлаштырылған. Һыу инеү өсөн пляж 10 июндән эшләй башлаясаҡ.
Әйткәндәй, ул бушлай эшләйәсәк.
Роза САФИНА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһында: Ағиҙелдә халыҡ һыу инә.