Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Июль 2022, 16:50

Башҡортостанда июль башында көндәрҙең һалҡынса булыуы көтөлә

Уралда, Волга буйы федераль округында һәм илдең башҡа төбәктәрендә июль башында көндәрҙең һалҡынса булыуы көтөлә. Был хаҡта 1 июлдә Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфандтың һүҙҙәренә һылтанма менән «Известия» гәзите хәбәр итте.

Башҡортостанда июль башында көндәрҙең һалҡынса булыуы көтөлә
Башҡортостанда июль башында көндәрҙең һалҡынса булыуы көтөлә

«Көнсығыштараҡ, Волгала һәм Уралда, һалҡын. Европа биләмәһендә ҡеүәтле антициклон өҫтөнлөк иткән арала уның периферияһынан һалҡын һауа массалары күсә. Шуға был төбәктәрҙә температура норманан дүрт-һигеҙ градусҡа түбәнерәк. Волга буйы федераль округында, шул иҫәптән Башҡортостанда, Татарстанда температура +15...+20 градустан юғары күтәрелмй», — тип белдерҙе метеоролог.

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә республикала нормаға ярашлы йылы һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы төндә +6, +12, көндөҙ +20, +25. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Киләһе аҙнаның башында, 4 июлдә, атмосфера фронтының әүҙемләшеүенә бәйле һауа торошо бер аҙ боҙола – күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән йәшенле ямғыр. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градусҡаса түбәнәйә.

Республикала киләһе аҙнаның уртаһында ғына көндәрҙең йылыныуы көтөлә.

Башинформ.

Эльдар Фәттәхов фотоһы.

Автор:
Читайте нас: