Ашҡаҙар
0 °С
Ясно
Тәбиғәт һәм беҙ
17 Июля 2022, 05:05

Ағиҙел йылғаһын тәрәнәйтеү эше дауам итә

Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы яҙып сыҡты. Һөҙөмтәлә республиканың төп һыу артерияһында суднолар йөрөү тергеҙелгән дә инде. Әле суднолар йөрөшө өсөн тәрәнлек ике метр кимәлендә тотола – был 10 сантиметрға күберәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙел йылғаһын тәрәнәйтеү эше дауам итәАғиҙел йылғаһын тәрәнәйтеү эше дауам итә
Ағиҙел йылғаһын тәрәнәйтеү эше дауам итә

Көн һайын тикшереүсе теплоходтар тәрәнлек һәм суднолар йөрөшө таҙалығына мониторинг уҙғара. Кәрәк булған осраҡта һыу төбөн тәрәнәйтеүгә тотоналар. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Ағиҙел һыу юлдары районының техник флоты йылғаның Кушнаренко районындағы һәм Бөрө ҡалаһынан аҫҡараҡ өлөшөндә эшләй.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, «Экология» милли проекты сиктәрендә Шишмә районының Новомихайловка ауылы һәм Өфөнөң Нижегородка биҫтәһе арауығында Дим йылғаһы ҡултығын таҙартыу саралары башлана. 

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас