Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
10 Август 2022, 17:23

Хәүеф эргәлә генә! Талпандан нисек һаҡланырға?

Республикала был тиклем талпан тешләү осраҡтары быға тиклем бер ҡасан да булманы. Миҙгел башынан бөтәһе 9,3 мең кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән, был уҙған йылдағы күрһәткестән дүрттән бер өлөшкә күберәк, шул иҫәптән 3 меңдән ашыу балаға ярҙам кәрәк булған.

Хәүеф эргәлә генә!   Талпандан нисек һаҡланырға?
Хәүеф эргәлә генә! Талпандан нисек һаҡланырға?

Тикшерелгән талпандарҙың 59-ында энцефалит асыҡланған, 1729-ы боррелиоз менән зарарланған булған. Был ауырыу кешенең мейеһен һәм нервы системаһын зарарлай, сир йоҡторған кешене инвалид коляскаһына бәйләргә, хатта ғүмерен өҙөргә мөмкин. Шуға күрә урманға, дачаға йәки паркка барғанда мотлаҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.


Талпандар кешегә нисек һөжүм итә?
Ғәҙәттә, талпандар ҡорбанын ҡойолған япраҡ, үлән араһында көтә, ҡыуаҡтарҙа ла булыуы ихтимал. Бәғзеләр талпан үтеп барған кешегә һәм хайуанға һикерә йәки ағастан “осоп” төшә тип уйлай, ләкин был улай түгел. Мәҫәлән, ул үләнгә тотоноп, алғы тәпәйҙәрен өҫкә ҡаратып баҫа һәм берәйһенең үтеп китеүен, йәбешә алыу мөмкинлеген көтә. Артабан ҡорбанының тәне буйлап өҫкә менеп, ҡаҙалыр өсөн йомшаҡ урын эҙләй. Башлыса муйын, ҡолаҡ, сандыр, ҡултыҡ тирәһенә өҫтөнлөк бирә. Талпандың тән буйлап оҙаҡ йөрөүе ихтимал, ошо ваҡытта уны күреп, алып ташлау мөһим. Кеше уның тешләүен һиҙмәй, сөнки һеләгәйендә ауыртыуҙы баҫҡан махсус матдәләр бар.
Тағы ла бер уйҙырма: талпан эскән кешегә ҡаҙалмай. Ысынында иһә, кеше ҡанында алкоголдең булыу-булмауы уларҙы борсомай. Әйткәндәй, талпанды ҡырағай тәбиғәттә генә түгел, ә ҡала үҙәгендә лә эләктерергә мөмкин. Бында уны эттәр, бесәйҙәр йәки ҡоштар индерә ала.


Һөжүмдән нисек һаҡланырға?
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: август-сентябрь айҙарында ла ҡан эскестәр яҙғыһындағы ише әүҙемләшеп китә, шуға күрә һалҡындар башланғансы уяу булығыҙ. Тәбиғәттә, урманда йөрөгәндә, ергә ултырмаҫҡа, үлән өҫтөндә ятмаҫҡа тырышығыҙ. Ял итеү урынын ентекле һайлағыҙ. Мәҫәлән, үлән өҫтөнә аҡ яулыҡ йәйеп һалығыҙ, уға бер генә талпан йәбешһә лә, икенсе аҡлан эҙләгеҙ.
Мәкерле бөжәк менән көрәштә беҙҙең төп бурысыбыҙ – дошманды ваҡытында асыҡлау һәм уның ҡаҙалыуына юл ҡуймау. Бының өсөн тәнде һәйбәт ҡаплаған кейем кейергә тырышығыҙ. Сандали урынына кроссовка кейегеҙ, салбарҙы ойоҡҡа ҡыҫтырығыҙ, ең остарын ҡаптырығыҙ, баш кейеме хаҡында ла онотмағыҙ. Талпанды тиҙерәк күрер өсөн асыҡ төҫтәге кейем һайлау яҡшыраҡ. Даими рәүештә, 15 минут һайын тигәндәй өҫ-башығыҙҙы тикшереп тороғоҙ. Йәйәү йөрөгәндән һуң кейемде мотлаҡ ҡағып, йыуырға һалығыҙ, әгәр бөжәк кейем аҫтына үтеп инһә, үҙегеҙ ҙә йыуынығыҙ. Эт менән йөрөһәгеҙ, уны ла иғтибар менән ҡарағыҙ.


Әгәр талпан ҡаҙалып өлгөрһә?
Тартып сығарам тип маташмағыҙ! Һеҙ талпандың кәүҙәһен генә йолҡоп алаһығыҙ, ә башы тороп ҡала һәм шешеү реакцияһы тыуҙыра. Өҫтәүенә бындай талпанды вирустарға тикшереп булмай. Иң яҡшы вариант – травматология пунктына барыу, унда бөжәкте бөтә ҡағиҙәләр буйынса һәм бөтөнләй бушлай аласаҡтар. Шулай ҙа үҙаллы эш итергә булдығыҙ икән, уны ипләп кенә сығарығыҙ. Май, вазелин һөртөү, яндырыу кеүек халыҡ ысулдарын ҡулланмағыҙ, улар ярҙам итмәйәсәк. Талпан ҡаҙалған урынды этил спирты йәки одеколон менән эшкәртегеҙ. Ептән элмәк эшләгеҙ. Элмәкте талпандың башы менән кәүҙәһе араһына ҡуйып, һаҡ ҡына тартығыҙ, бер үк ваҡытта өйрөлтөгөҙ. Яйлап, киҫкен хәрәкәт яһамай ғына талпанды сығарығыҙ. Талпан ҡаҙалған урынды йод менән эшкәртегеҙ. Бөжәкте ҙур булмаған тығыҙ ҡапҡаслы быяла йәки пластик һауытҡа һалып, эскә дымлы бинт киҫәге һалығыҙ. Контейнер сифатында бахила капсулаһын файҙаланырға ла мөмкин. Талпандың зарарлы инфекция йөрөтөү-йөрөтмәүен белер өсөн уны лабораторияға ике тәүлек эсендә алып барырға кәрәк.


Талпан зарарлы! Нимә эшләргә?
Паникаға бирелмәгеҙ! Талпан вируслы булһа ла, ул һеҙгә инфекция йоҡторған тигәнде аңлатмай. Өҫтәүенә, хәҙерге медицина ла йоҡлап ятмай – ауырыуҙарға ҡаршы тороу ысулдары етерлек. Иң мөһиме – талпан ҡаҙалыу осрағын иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа, вирустарға мотлаҡ тикшерергә, ваҡытында табип-инфекционисҡа мөрәжәғәт итергә һәм дауалана башларға. Әгәр анализ талпан энцефалитына ыңғай һөҙөмтә бирһә, ә һеҙ прививка яһатмаған булһағыҙ, ашығыс рәүештә иммуноглобулин менән профилактика тәғәйенләүҙәре мөмкин. Уны бөжәк ҡаҙалғандан һуң дүрт тәүлек эсендә һәм дауаханала ғына яһатырға кәрәк, сөнки препарат көслө аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Әгәр талпан боррелиоз таратыусы булһа, табип антибиотиктар билдәләйәсәк. Дауалауҙан һуң, инфекцияның юҡҡа сығыуына ышаныу өсөн, йәнә бер тапҡыр анализ тапшырығыҙ.
Әгәр талпанды иҙеп, уның зарарлымы-юҡмы икәнлеген белә алмаһағыҙ, йәки анализ кире булып та үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ – талпандар таратҡан башҡа инфекцияларға анализ тапшырығыҙ. Уларҙы талпан ҡаҙалғандан һуң 10-20 көн үткәс, ПЦР алымы менән эшләргә мөмкин. Ыңғай һөҙөмтә булһа, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Энцефалит һәм боррелиозды иҫкәртеү мөмкинме?
Үкенескә ҡаршы, боррелиозды иҫкәртеүсе вакцина юҡ. Бында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә һәм талпан ҡаҙалыуҙан һаҡланырға кәрәк. Ә бына талпан энцефалитын – был бөжәккә бәйле иң ҡурҡыныс сирҙе прививка ярҙамында иҫкәртергә мөмкин. Башҡортостан талпан энцефалиты буйынса эндемик район һанала, шуға күрә тәбиғәттә ваҡыт үткәрергә яратһағыҙ, вакцинация ла артыҡ булмаҫ. Тәүге тапҡыр вакцина 5-7 ай арауыҡ менән ике тапҡыр индерелә. Мәҫәлән, беренсе прививканы – сентябрҙә, икенсеһен февралдә яһатырға мөмкин. Икенсе прививканан һуң ике аҙна үткәс тә тыныс күңел менән походҡа барырға була. Бер йылдан, һуңынан өс йыл һайын ревакцинация яһала, бының өсөн бер генә вакцина эшләтеү етә.

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: