Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
5 Сентябрь 2022, 11:44

Урмандарҙа юғары янғын хәүефе һаҡлана

2022 йылдың сентябрендә лә Башҡортостан урмандарында юғары янғын хәүефе һаҡлана. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле урман янғындары юҡ. 2022 йылдың янғын хәүефе осоро башланғандан алып бөтәһе 298,460 гектарҙа 50 урман янғыны сыҡҡан.

Урмандарҙа юғары янғын хәүефе һаҡлана
Урмандарҙа юғары янғын хәүефе һаҡлана

«Республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелде, ә урман фондында 3-сө, 4-се һәм 5-се класлы янғын хәүефе фаразлана», - тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Волга буйы федераль округы субъекттарының күрше биләмәләренә: Ырымбур өлкәһенә, Пермь крайының көньяғына, Татарстандың һәм Һамар өлкәһенең көнсығышына ла хәүеф янай. Был күҙаллау Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнгән.

Иртәгәнән башлап  урманға инеү тураһында сикләүҙәр бөтөрөлә. Әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен  һаҡларға кәрәк.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: