Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
9 Сентябрь 2022, 15:21

Республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, төндә аяҙытҡанда -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин.

Республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә
Республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +2, +7, аяҙытҡанда -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшә, көндөҙ +9, +14 градус. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Өфөлә лә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +5, +7, көндөҙ +12, +14 градус була.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: