Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
9 Сентябрь 2022, 09:00

Владимир Путин йәш натуралистар хәрәкәтен тергеҙеү тураһындағы фекерҙе хупланы

Был турала ил етәксеһе Бөтә Рәсәй йәштәр экологик форумында ҡатнашыусылар менән әңгәмәһендә белдерҙе.

Владимир Путин йәш натуралистар хәрәкәтен тергеҙеү тураһындағы фекерҙе хупланы
Владимир Путин йәш натуралистар хәрәкәтен тергеҙеү тураһындағы фекерҙе хупланы

«Йәш натуралистар хәрәкәте яҡшы ойошторолған һәм шәфҡәтле була торғайны. Уның юҡҡа сығыуы – бик йәл күренеш. Унда бик күп энтузиастар бар ине», - тине Президент.

Совет заманында тупланған тәжрибә күптәрҙә ыңғай хәтирәләр тыуҙыра. Йәш натуралистар станцияларын күп быуын вәкилдәре үткән. Беҙгә үҫемлек һәм хайуандарға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә торғайны. Әлеге биология һәм экология үҙәктәре эшмәкәрлеге менән бергә дөйөм эш итеп, киләсәк быуындарҙа шул ҡиммәттәрҙе тәрбиәләй аласаҡбыҙ.

Морат Шафиҡов, Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы

Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәренән айырмалы, Башҡортостанда йәш натуралистар хәрәкәте әле лә бар. Икенсе атама йөрөтһәләр ҙә, уларҙың төп бурысы үҙгәрешһеҙ ҡала. Йыл һайын тәбиғәтте һаҡлау йүнәлешендә республикала даими саралар ойошторола. Мәҫәлән, яңыраҡ йәш экологтар Дим биҫтәһендә «Сәләмәтлек һуҡмағы» проектын тормошҡа ашырыуға 265 мең һум күләмендә грант йәлеп итеүгә ирешкән.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас: