Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Сентябрь 2022, 12:11

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы башланды

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы башланды. Республикала  +20 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар.

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы башланды
Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы башланды

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 14 сентябрҙә республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус. Урыны менән ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ+15, + 20 градус.

15 сентябрҙә шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус. Урыны менән ҡырау. Көндөҙ иһә +15, +20 градус.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа температураһы +22, +23 градусҡаса күтәрелә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: