Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
18 Сентябрь 2022, 09:30

Ғүмерең тураһында хәстәрлек күреүселәр бар, урман!

18 сентябрь – урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө “Ер йөҙөндә тереклек башланғандан бирле кешеләр һинән ни саҡлы изгелек күрҙе икән? Иҫәпләп бөткөһөҙҙөр. Ләкин бына улар бөгөн ошо хаҡта ныҡлап уйлап ҡарайҙармы? Үткәндәрҙе иҫкә алып ҡына ҡалмайынса, алдағы ғүмерең тураһында ла хәстәрлек күрәләрме?..”

Ғүмерең тураһында хәстәрлек күреүселәр бар, урман!
Ғүмерең тураһында хәстәрлек күреүселәр бар, урман!

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романынан ошо юлдар иҫкә төшә та-нышасаҡ геройҙарымды уйлап. Әҫәр өҙөгөнә өҫтәп, хәстәрләүселәр бар, улар беҙҙең арала, тим эстән генә. Ана бит, бөтә ғүмерен арнағандар улар был изге эшкә!


Беҙ юлда. Бер төркөм урмансылар – Стәрлетамаҡ урмансылығы начальнигы Рамаҙан Хәйҙәров, Стәрлетамаҡ урман хужалығы директоры Ленар Зәйҙуллин, уның урынбаҫары Рәил Сәғиҙуллин һәм урман хужалығы өлкәһенә ғүмерен арнаған, шул иҫәптән тиҫтә йылдан ашыу Стәрлетамаҡ урман хужалығын етәкләгән Марат Ғәләүетдинов менән Стәрлетамаҡ районы Талас ауылына, шулай уҡ бар ғүмерен урманды һаҡлау, ағас үҫентеһе ултыртыу, тергеҙеү, диләнкә бүлеүгә арнаған урмансы Зиләүир Мәхмүтовҡа юл тоттоҡ. Күркәм сәбәбе лә бар!..

– Эх, егеттәр, 1977 йылдан бирле ур-мандан ҡайтҡан юҡ бит, – тип һүҙ башлай Марат Нәжметдин улы барған арала. – Шул йылда Өфө урман хужалығы технику-мын тамамлап, урманға инеп киткәйнем, шунан бирле сыҡҡан да булманы, ә беҙҙең нәҫелдә урмансылар юҡ, техник вуз тамамлап инженер булырға тейеш инем, “урманға инеп аҙаштым”, – тип шаярта ул. Шаяртыу-шаяртыу менән, Марат Ғәләүетдинов хеҙмәт юлында нисәмә ағас ултырҡан, нисәмә ағастың ғүмерен һаҡлап ҡалған икән – һанап та бөткөһөҙҙөр. Министрлыҡта эшләгәндә лә, Стәрлетамаҡ урман хужалығында директор булғанда ла, Маҡар урмансылығын етәкләгәндә лә һәр ваҡыт бер ҡылыҡҡа тоғро ҡала – кеше ағасты ҡырҡып ҡына ҡалмаһын, урынына мотлаҡ икене ултыртһын! Һәм ошоно ул үҙенең ҡул аҫтында эшләгән 150 хеҙмәткәренән дә талап итә. Кемдер был талапты күтәрә алмай, башҡа эшкә күсә, кемдер уның менән бер рәттән урман һағында тора! Шул иңгә-иң терәшеп эшләгән хеҙмәткәрҙең береһе инде Зиләүир Зөбәйер улы!
– Мин дә башта педагогия юлын һайлағайным, – тип һүҙгә ҡушыла Рамаҙан Ғилметдин улы ла. – Физика уҡытыусыһы булыр инем әле, – тип йылмая ул. Әммә... атаһынан күргән уҡ юнған шул, Ишембай районы Ҡалыуайыры, Ҡолғона ауылдары халҡы оҫта урмансы, ғәҙел Ғилметдин ағайҙың эшен әле лә иҫкә төшөрөп һөйләп ала. Ағастың һәр төбөн һаҡлап, ҡәҙерен белеп, һәр киҫәген тиерлек маҡсатлы ҡулланып эш итә урман сәнәғәте хужалығының участок начальнигы. Ана шул яҡшы сифаттарҙы атаһынан өйрәнгән Рамаҙан Хәйҙәров үҙе лә уларҙы эшендә ҡуллана.

...Талас ауылы. Беҙҙе Зиләүир ағай үҙе сығып ҡаршы ала! Тулҡынландырғыс мәл, ике урмансы, ике ветеран Марат Нәжметдин улы менән Зиләүир Зөбәйер улы ҡосаҡлашып күрешә, үҙенән-үҙе хәтер ебе һүтелә, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.
– Хәтерләйһеңме, урманды нисек таҙа тоттоҡ!

– Тәртип булды, бурҙан да, янғындан да һаҡланыҡ, халыҡ та утынһыҙ ултырманы.
Шулай ике ветеран һөйләшкән арала, Зиләүир ағайҙың ауылдашы Рәил Сәғиҙуллин да һүҙгә ҡушыла:
– Күрһәгеҙ икән, Зиләүир ағай урамдан үтеп китә, барыһы ла ҡурҡып ҡына тора, ситтән килгән урман бурҙары менән аяуһыҙ көрәште, кәрәк икән, аҡылға ултыртырға ла күп һорап тормай ине, – тип һөйләй Рәил Сәйәхетдин улы.
...Хәйер, ине тип ни, Зиләүир Зөбәйер улы әле лә урман эшен ташламаған, хаҡлы ялда булһа ла, килешеү нигеҙендә урман эшкәртә, һаҡлай.
– Урманда берәй ғәҙелһеҙлек күрһәм, элекке ғәҙәт буйынса тиҙ генә тикшерә башлайым, закон буйынсамы-юҡмы икән-леген асыҡларға тотонам, ти Ҡуғанаҡ урман участкаһын 1979 йылдан бирле һаҡлап, ҡурсалап, йәш үҫентеләр менән байытып торған Зиләүир Мәхмүтов.

Бына тантаналы мәл!
– Зиләүир Зөбәйерович, һеҙҙең тәжрибә урман эшендә беҙҙең өсөн үҙе үк эш алымы, урманға янғын ҡурҡынысы янаһынмы, ағас ҡырҡыусылар мә-керлеген ҡылырға уйлаһынмы, кешегә ағас күрһәтергә кәрәкме – һеҙ әле лә алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, байрам менән! – ти ғорурлыҡ тойғоһон кисереп Ленар Рифмир улы Зиләүир Мәхмүтовҡа урман хужалығының почет грамотаһын тапшыраған мәлдә.
Ысынлап та, күпме ағасты ҡурсалаған улар, күпме урман һаҡлап ҡалған, кешеләргә өй һалырға бүрәнә бүлгән, районды материал менән тәьмин иткән. Иң мөһиме, был изге ғәмәл инде йәш быуында дауам итә. Зиләүир ағайҙың улы Зиннур, мәҫәлән, атаһы юлын һайлап, шул уҡ участокта урмансы бурысын атҡара! Тимәк, үткәндәрҙе иҫкә алып ҡына ҡалмайынса, алдағы ғүмерең тураһында ла хәстәрлек күрәләр әле бында, шөкөр, урман!

Рәмил МАНСУРОВ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Ғүмерең тураһында хәстәрлек күреүселәр бар, урман!
Ғүмерең тураһында хәстәрлек күреүселәр бар, урман!
Автор:
Читайте нас: