Ашҡаҙар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Октябрь 2022, 16:10

«Сағандарым тора тын ғына»…

Бөгөн «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә Голиков урамының 3-сө һәм 5-се йорттары яҡлап саған үҫентеләре ултырттылар. Әллә шәмбе көнө булғанғамы, был сараға килгән кешеләрҙең һаны әллә ни күп булманы. 

Бәләкәй балаларын етәкләп, хатта уларға  уйынсыҡ көрәк тоттороп ағас ултыртырға килгән Алһыу Ҡоҙаҡаева һоҡланыу уятты.  Шулай уҡ ҡалабыҙҙың башҡорт гимназияһында физкультура дәресе уҡытыусыһы һәм Шайморатов класы етәксеһе булған  Сарйән Ғәфүрйәновты ла билдәләп үтке килә.  Улар йөрәк ҡушыуы буйынса акцияла ҡатнашһалар, ҡалғандар инде етәкселәре ҡушыуы буйынса ғәҙәти эшкә сыҡҡандар. Был сарала кемдәр ни кисергәнен белмәйем, ә мин иһә, тамырҙары ер ҡуйынына инеп ултырған саған үҫентеләренә ҡарап, шағир Самат Ғәбиҙуллиндың «Ҡояш һаман юғарыға үрләй, сағандарым тора тын ғына» тигән шиғыр юлдарын иҫкә төшөрҙөм. Әйткәндәй, бөгөн ошондай уҡ акция ковид-госпитале эргәһендә лә ойошторолдо.  Ағас  ултыртабыҙ икән, иртәгәге көнгә ышанабыҙ, тимәк.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Регина Шангәрәева фотоһы.

«Сағандарым тора тын ғына»…
«Сағандарым тора тын ғына»…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: