Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
2 Ноябрь 2022, 15:34

Өфөлә этнотуризм буйынса халыҡ-ара форум уҙа

Күләмле сараға илдең 60-тан ашыу төбәгенән, шулай уҡ сит илдәрҙән туристик индустрия тармағы белгестәре йыйылды. 

Өфөлә этнотуризм буйынса халыҡ-ара форум уҙа
Өфөлә этнотуризм буйынса халыҡ-ара форум уҙа

 Форумда этнотурҙар ойоштороу, ваҡиғалы туризм, халыҡ кәсептәрен үҫтереү мәсьәләләре ҡарала. Рәсәйҙән 343 проект үҙ көсөн һынай. Республика туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев.

Халыҡ-ара форум барышында “Йыл маршруты “ Рәсәй туристик премияһы финалы уҙа. Еңеүсегә илдең иң уңышлы маршруты тигән исем бирелә.

Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә этнотуризм тураһында яҙып сыҡты.

“Республикабыҙ бик матур тип һәр даим әйтә киләм. Һәм уның туристик ҡеүәте лә сикһеҙ. Әле беҙ Башҡортостандағы ял уңайлы, хәүефһеҙ һәм һәр кем өсөн асыҡ булһын өсөн байтаҡ эш башҡарабыҙ. Әлбиттә, республикабыҙҙың гүзәллеге тураһында һөйләргә лә кәрәк. Уҙған йәкшәмбе республиканың өс телевидение каналында Тимофей Баженовтан “Баженов атласы: Башҡортостан” тигән тапшырыуҙар циклы башланды.

Бөгөн Өфөлә “Этнотуризм” форумы асылды. Унда мин йәнә бер телепроект – “Башҡортостан каникулы” менән таныштырҙым. Уның авторҙары, БЮТ телеканалының алып барыусылары Альбина Ҡасимова менән Дмитрий Каретко Башҡортостан буйлап өр-яңы үҙенсәлекле маршруттар тураһында һөйләр. Ғаилә менән ҡарау өсөн бик яҡшы тапшырыу. Проект менән 13 ноябрҙә 13 сәғәт 15 минутта БЮТ телеканалында һәм артабан һәр йәкшәмбе ошо уҡ ваҡытта таныштырабыҙ.

Ә форумда эксперттар йәнә ике маршрут билдәләй.

Барығыҙға ла уңыштар, сәйәхәт итеү өсөн ваҡыт табыуығыҙҙы теләйем. Барығыҙҙы ла Башҡортостанда көтәбеҙ”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Автор:
Читайте нас: