Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
3 Ноябрь 2022, 10:48

Байрам көндәрендә республикала -13 градусҡаса һыуытасаҡ

Байрам көндәрендә синоптиктар Башҡортостанда -13 градусҡаса һалҡын булыуын фаразлай. 

Байрам көндәрендә республикала -13 градусҡаса һыуытасаҡ
Байрам көндәрендә республикала -13 градусҡаса һыуытасаҡ

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн, 3 ноябрҙә, республикала бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -4, +1 градус.

Йома, 4 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -4, -9, аяҙытҡанда -13-кә тиклем, көндөҙ -4, +1 градус.

Шәмбе, 5 ноябрҙә, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, -8, аяҙытҡанда -13-кә тиклем, көндөҙ -4, +1 градус.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: