Ашҡаҙар
+20 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
8 Ноябрь 2022, 15:20

ҺЫУЫҠТАР БАШЛАНЫУ МЕНӘН ЯНҒЫН СЫҒЫУ ОСРАҠТАРЫ АРТА

Был янғындарҙың төп сәбәбе: - йортто, уның бүлмәләрен йылытҡан ваҡытта янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу, - электрҡорамалдарын монтажлаған һәм ҡулланған ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоу һанала. Өйөгөҙ хәүефһеҙ һәм йылы булһын өсөн ябай ғына ҡәғиҙәләрҙе ҡарап үтәйек.

ҺЫУЫҠТАР БАШЛАНЫУ МЕНӘН ЯНҒЫН СЫҒЫУ ОСРАҠТАРЫ АРТА
ҺЫУЫҠТАР БАШЛАНЫУ МЕНӘН ЯНҒЫН СЫҒЫУ ОСРАҠТАРЫ АРТА

 1.Сифаты һәм гарантияһы булған электр ҡорамалдарын һатып алығыҙ. ( ҡорамалдарҙы һатып алғанда, абруйы һәм исеме булған ҙур магазиндарҙы һайларға кәрәк). Электр ҡорамалдарының өҫкө йөҙө зыян күрмәгән, үҙгәрешһеҙ булырға тейеш. Сымдар һәм тоташтырыусыларға иғтибар итеү мотлаҡ. Һаҡтары  үтә арзан булған, сифатһыҙ һәм насар материалдан етештерелгән булыуы мөмкин.

2.Үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләнгән ҡорамалдарҙан баш тартығыҙ, улар  янғын сығыуҙың сәбәбе булыуы ихтимал.

3.Бер юлы бер нисә  йылытыу ҡорамалдарын ҡулланыу тыйыла. Был осраҡта электр сымдарына артыҡ көс төшөп янғын сығыуы бар.

4.Электр ҡорамалдарының сымдарын балаҫ аҫтына һалыу, өҫтәренә ауыр әйберҙәр ҡуйыу тыйыла. Ҡорамалдарҙы туҙандан һаҡларға кәрәк.

5.Йылытыу ҡорамалдары мебелгә һәм башҡа ҡорамалдарға яҡын торорға тейеш түгел.

6.Үҙегеҙ өйҙә булмағанда һәм төнгөлөккә йылытыу ҡорамалдарын  һүндереү мотлаҡ!

  1. Әйбер киптереү маҡсатында йылытыу приборҙары өҫтөндә, газ һәм электр плитәләре янында әйбер элеү тыйыла.
  2. Ауыл өйҙәрендә,мейес яҡҡанда үтә ҡыҙыу итеп яғыу һәм мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырыу янғын сығыу ихтималлығын арттыра.

Өйҙәрегеҙ йылы һәм хәүефһеҙ булһын!

 Янғын сығыу осраҡтарында 01, 101,112 номеры буйынса шылтыратырға.

 

16-сы янғын-ҡотҡарыу часының ҡарауыл начальнигы, эске хеҙмәттең өлкән лейтенанты Өлфәт МӨХӘМӘТЙӘНОВ.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: